5 декабрь, Дүшәмбе

26 март 2009 йыл, 17:17

"Клаас" компанияһы вәкилдәре менән осрашыу

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

25 мартта Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Германияның "Клаас" (СLAAS) ауыл хужалығы техникаһы етештереү компанияһы вәкилдәре менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Делегация составында "Клаас" концернының Ойоштороу советы рәйесе урынбаҫары һәм акционеры Катрина Клаас, концерндың БДБ илдәре буйынса төбәк директоры Дитер Дюрингер, "Клаас Восток" компанияһының генераль директоры Сергей Пеннер, "Клаас"тың Башҡортостандағы рәсми дилеры — "Европа Агротехникаһы-Өфө" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкиле Евгений Зеленов бар ине.

Осрашыуҙа Башҡортостандың "Клаас" компанияһы менән хеҙмәттәшлеген киңәйтеү мәсьәләләре һәм донъя финанс көрсөгө шарттарында үҙ-ара эш итеү механизмдары ҡаралды.

Мортаза Рәхимов, Башҡортостанда ауыл хужалығын заманса техника менән тәьмин итеү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә, тип билдәләне. Яңы ҡорамалдар, шул иҫәптән сит илдә етештерелгәндәре лә, республика агросәнәғәт комплексы эшенең һөҙөмтәлелеген арттыра. Атап әйткәндә, 2008 йылда 1,3 миллиард һумға 1220 берәмек сит ил ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған.

Мортаза Рәхимов фекеренсә, "Клаас" ауыл хужалығы техникаһы ышаныслылығы һәм юғары етештереүсәнлеге менән айырылып тора. Республика башлығы компания менән хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү яҡлы булыуын белдерҙе.

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов ҡатнашты.