10 декабрь, Шәмбе

25 март 2009 йыл, 17:30

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионы Николай Красников менән осрашыу

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

25 мартта Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов боҙҙа мотоуҙыш буйынса ун бер тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников менән осрашыу үткәрҙе.

Республика Президенты Өфө спортсыһын Голландияның Ассен ҡалаһында үткән донъя чемпионатында уңышлы сығышы менән ҡотланы.

— Һеҙ шәхси беренселектә биш тапҡыр чемпион булып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәштегеҙ. Мин Һеҙҙе ҙур еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлайым. Беҙ Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, — тине Мортаза Рәхимов.

Башҡортостан Президенты, спортсыларҙың яңы быуыны донъя мотоспорты тарихына сағыу биттәр яҙып ҡалдырған Башҡортостандың танылған мотоуҙышсыларының данлы традицияларын уңышлы дауам итә, тип айырып билдәләне.

Николай Красников Башҡортостан спортсыларының халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа уңышлы ҡатнашыуы өсөн кәрәкле шарттар булдырғаны һәм ярҙам иткәне өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

— Үҙ еңеүемде мин республикаға арнайым. Президент, республика Хөкүмәте ярҙам итмәһә, бындай еңеүҙәргә өлгәшеп булмаҫ ине, тип уйлайым, — тине Николай Красников.

Шулай уҡ Башҡортостанда мотоспортты артабан үҫтереү һәм популярлаштырыу мәсьәләләре лә тикшерелде.

Осрашыуҙа Башҡортостандың Мотоциклет федерацияһы башҡарма комитеты рәйесе Риф Сәйетгәрәев ҡатнашты.