7 декабрь, Шаршамбы

25 март 2009 йыл, 17:28

Эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының эшҡыуарлыҡ буйынса комитетының сираттағы ултырышы үтте. Был составы буйынса иң вәкәләтле комитеттарҙың береһе, уға министрлыҡтар һәм ведомстволар, бәләкәй бизнес йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм белгестәре, билдәле эшҡыуарҙар инә.

2008 йылдағы эш тураһында отчет менән БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев сығыш яһаны. Ул, былтыр комитет ярайһы уҡ уңышлы эшләне, тип билдәләне. "Комитет ҡарарҙарына власть органдары ҡолаҡ һалыуы бик мөһим, — тине Руслан Кинйәкәев. — Республикала бизнес менән власть араһында конструктив диалог булдырылған".

27 февралдә уҙған Башҡортостан эшҡыуарҙары съезы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу тураһында айырым һүҙ алып барылды. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Сергей Ефремов власть органдарының, эре, бәләкәй һәм урта бизнес-структураларҙың, эшҡыуарҙар берләшмәләренең һәм башҡа граждандар йәмғиәте институттарының эшҡыуарлыҡ өлкәһендә үҙ-ара эш итеү механизмдарын булдырыуға Палатаның яңыса ҡараштарын йыйылыусылар иғтибарына еткерҙе. Сергей Ефремов әйтеүенсә, предприятиеларҙың донъя финанс көрсөгө шарттарында эшләү үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алырға кәрәк.

Ултырыш аҙағында комитеттың ағымдағы йылға эш планы раҫланды һәм ҡарар ҡабул ителде. Унда, атап әйткәндә, сит ил технологияларын алмаштырыусы технологиялар индереү кәрәклеге тураһында әйтелә. Бының өсөн алға киткән илдәрҙең сәнәғәт кластерҙары булдырыу буйынса тәжрибәһен өйрәнергә һәм бәләкәй бизнес өлкәһендә сит ил партнерҙарын эҙләп табыуҙы әүҙемләштерергә кәрәк.

Бынан тыш, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағында "Меркурий — Башҡортостан" төбәк эшлекле клубын ойоштороу тураһында ла һүҙ алып барылды, ул бәләкәй һәм ҙур бизнес вәкилдәренең киңерәк даирәһенең эшлеклелеген көсәйтеүгә һәм үҙ-ара эшмәкәрлеген әүҙемләштереүгә булышлыҡ итәсәк.