3 декабрь, Шәмбе

25 март 2009 йыл, 17:25

Мортаза Рәхимов Башҡортостан парламентына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

автор: "Башинформ"

26 мартта БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 12-се ултырышы үткәрелә.

Башҡортостан Президенты республика Конституцияһының 87-се статьяһына ярашлы Башҡортостан парламентына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Беренсе тапҡыр Мортаза Рәхимов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай алдында "Башҡортостан Республикаһының артабанғы үҫеше тураһында" Мөрәжәғәтнамәһе менән 1995 йылда сығыш яһағайны. Быйыл Башҡортостан Президенты республика парламентына Мөрәжәғәтнамә менән 15-се тапҡырына мөрәжәғәт итәсәк.

Йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәләр төбәктең үҫеш стратегияһын билдәләй, шуға күрә һәр ваҡыт ҙур ижтимағи резонанс тыуҙыра. Программа документында Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешенең төп йомғаҡтары сағылыш таба, кеше һәм йәмғиәт мәнфәғәтендә республиканың артабанғы үҫеш юлдары билдәләнә.

Республика Президенты Мөрәжәғәтнамәһе конкуренцияға һәләтле, инновацион иҡтисад төҙөүгә, социаль өлкәне, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты, фәнде, мәҙәниәтте, спортты нығытыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Мөрәжәғәтнамә ижтимағи тормоштоң бөтә өлкәләрен үҫтереү ориентиры булып тора, унда депутат корпусы алдына яңы бурыстар ҡуйыла, ҡануниәт системаһын камиллаштырыу буйынса эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре билдәләнә. Документта дәүләт ҡоролошо, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү, граждандарҙың хоҡуҡтарын күҙәтеү, республика һәм урындағы дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген камиллаштырыу мәсьәләләре мөһим урын биләй.