6 декабрь, Шишәмбе

25 март 2009 йыл, 17:24

Өфөлә "Фармация" күргәҙмәһе асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Шишәмбе көнө Өфөнөң Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында "Фармация-2009. Матурлыҡ салоны-2009" ҙур экспофорумы асылды.

Күргәҙмә инде 14-се тапҡырына үткәрелә һәм был ваҡыт эсендә Урал төбәгенең иң ҙур махсуслаштырылған фармацевтика һәм косметология күргәҙмәләренең береһенә әүерелде. Быйыл экспоненттар һаны йөҙҙән ашып китте.

Экспофорум географияһы киң: Алтай крайы, Мәскәү, Санкт- Петербург, Татарстан, Силәбе, Екатеринбург, Һамар. Йыл һайын күргәҙмәлә Өфө етештереүселәре һәм Башҡортостан предприятиелары ҡатнаша.

Форум сиктәрендә киң фәнни программа планлаштырылған. Быйыл байтаҡ республика конференциялары үткәреләсәк, уларға 3000-дән ашыу врач һәм фармацевтар килеүе көтөлә.