Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Германияның СLAAS компанияһы делегацияһы көтөлә

Иҡтисад

Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Германияның СLAAS компанияһы делегацияһы килеүе көтөлә. БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уның составында — Ойоштороу советы рәйесе урынбаҫары, СLAAS концерны акционеры Катрина Класс, СLAAS концернының БДБ илдәре буйынса төбәк директоры Дитер Дюрингер, СLAAS Восток компанияһы генераль директоры Сергей Пеннер һәм башҡалар.

Сәфәр программаһында — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, БР ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов менән осрашыу, "Ергән МТС-ы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство базаһын ҡарау, "Башсельхозтехника" дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының производство базаһы менән танышыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть