8 декабрь, Кесе йома

25 март 2009 йыл, 17:20

"Тәүәкән" - ХХI быуат хужалығы

автор: Марият Артюхова

Башҡортостандың Күгәрсен районы "Тәүәкән" хужалығын киләсәк ауыл хужалығы тип атау һис арттырыу булмаҫ. Мал һәм ҡош-ҡорт үрсетеүҙең заманса технологияларын ҡулланып, бында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп кенә ҡалманылар, шулай уҡ етештерелгән продукцияны эшкәртеүҙе лә үҙләштерҙеләр.

Тәүәкәндәр Австриянан килтерелгән 180 баш симменталь тоҡомло һыйырҙарҙан башланы. Хәҙерге ваҡытта хужалыҡта бер меңдән ашыу һыйыр малы иҫәпләнә. Былтыр мең центнер самаһы һыйыр ите етештерелде, 11,6 мең центнерҙан ашыу һөт һауып алынды.

"Тәүәкән"дә һәр баш мал — компьютерҙа иҫәптә. Система һыйырҙарға ҡағылған бөтә нәмәне теркәй бара: малдың хәлен, һауымды, витаминлаштырыу сроктарын һәм башҡаларҙы.

Хужалыҡта малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү өсөн һөт һәм май һығыу цехтары төҙөлгән. Көн һайын унда биш тоннанан ашыу һөт эшкәртелә.

Ауыл хужалығы предприятиеһында икенсе перспективалы йүнәлеш — ҡаҙ үрсетеү. 2006 йылда инкубатор асып, хужалыҡ был ҡош-ҡорт һанын алты меңгә еткерҙе. 2008 йылда биш миллион һумдан ашыуға бәпкәләр һатылды.

Тәүәкәндәр игенселек менән дә шөғөлләнә. Былтыр ужым арышының уңышы һәр гектарҙан — 32,6 , яҙғы арпаның 30 центнер тәшкил итте. Был эштә машина-трактор паркы яҡшы ярҙамсы булып тора. Бөгөн унда заманса "Клаас" фирмаһы тракторҙары, "Мак Дон" үҙ йөрөшлө урғыстары, "Маниту" тейәгестәре һәм башҡа техника байтаҡ.