Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты республиканың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен бөгөн билдәләнгән һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

Башҡортостандың күп милләтле мәҙәниәте һәр саҡ Рәсәй мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булды һәм булып ҡала. Төбәк халыҡтарының быуаттар төпкөлөнән килгән милли-мәҙәни йолалары быуындарҙы һәм дәүерҙәрҙе тығыҙ бәйләй, йәмғиәттә әхлаҡ-этика нормаларын һаҡлап ҡалыуға, кешеләргә аралашыуға һәм үҙ-ара аңлашыуға булышлыҡ итә.

Республикала мәҙәни-рухи өлкәне үҫтереүгә бөтә яҡлап ярҙам күрһәтелә. Беҙҙә бик күп дәүләт программалары тормошҡа ашырыла. Милли мәғариф системаһы уңышлы үҫә. Яңы мәҙәниәт һәм сәнғәт объекттары әүҙем төҙөлә. Һәләтле балаларҙы һәм талантлы йәштәрҙе дәртләндереү буйынса бер нисә программа эшләй. Музыка, театр, хореография һәм һынлы сәнғәт, архитектура, дизайн, кино, музей, клуб һәм китапхана эше өлкәһендәге ижади проекттарға булышлыҡ итеү өсөн гранттар булдырылды.

Һеҙҙең тырышлыҡ менән республикала халыҡтарҙың бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәте һәм хеҙмәттәшлегенең уникаль тәжрибәһе барлыҡҡа килде, телдәр, йолалар һәм үҙенсәлекле милли мәҙәниәттәр һаҡсыл үҫтерелә. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан илдең иң эре мәҙәни, ғилми һәм мәғариф үҙәктәренең береһенә әүерелде.

Тыуған төбәгебеҙҙең интеллектуаль һәм рухи ҡеүәтен һаҡлап ҡалыу һәм тулыландырыу буйынса тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм!

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, ижади илһам һәм күп милләтле Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй халҡының именлеге хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть