10 декабрь, Шәмбе

25 март 2009 йыл, 17:16

Ҡыйғы районы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

24 мартта Үрге Ҡыйғы ауылында Ҡыйғы районы муниципаль районы Советы ултырышы үткәрелде. Унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Ҡыйғы районы муниципаль районы хакимиәт башлығы вазифаһына контракт буйынса Латипов Мәҡсүт Барый улы тәғәйенләнде.

Мәҡсүт Латипов 1957 йылда Мәсетле районы Аҙанғол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһы уҡытыусыһы булып башлай. 1984-1995 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Дыуан районы комитетының ойоштороу бүлеге мөдире, инструкторы, педагогия училищеһында уҡытыусы булып эшләй. 1995 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Дыуан районының муниципаль милеккә идара итеү комитеты рәйесе булып эшләне.