9 декабрь, Йома

25 март 2009 йыл, 17:14

Балаҡатай районы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

24 мартта Яңы Балаҡатай ауылында Балаҡатай районы муниципаль районы Советы ултырышы үткәрелде. Унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Балаҡатай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Мехоношин Павел Иванович тәғәйенләнде.

Павел Мехоношин 1960 йылда Дыуан районының Вознесенка ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын һәм Мәскәү дәүләт технология академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда Дыуан районының Ленин исемендәге колхозында һөтсөлөк фермаһы мөдире булып башлай. 1986-1992 йылдарҙа КПСС-тың Дыуан район комитеты инструкторы, Дыуан районы "Октябрь байрағы" колхозының партком секретары, рәйес урынбаҫары булып эшләй. 1992-1993 йылдарҙа — Дыуан районының Ярославка ауыл Советы хакимиәте башлығы. 1993 йылдан 2001 йылға тиклем Дыуан районының "Октябрь байрағы" колхозы рәйесе, Дыуан районы "Агропромбанк"ыһының Мәсәғүт бүлексәһе идарасыһы, "Социнвестбанк"тың Дыуан районы буйынса филиалы директоры булып эшләй. 2001 йылдан әлегә тиклем Дыуан районының "Мәсәғүт ҡоро майһыҙландырылған һөт комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын биләгән.