11 декабрь, Йәкшәмбе

24 март 2009 йыл, 17:33

Башҡортостанда социаль-иҡтисади үҫеш тотороҡло

автор: Булат Юлбарыҫов

Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы "Российская бизнес газета"ла (694-се һан, 2009 йылдың 24 марты) 2009 йылдың ғинуар айында төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеше мониторингы һөҙөмтәләрен биргән.

Төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешен баһалау һөҙөмтәһендә дүрт төркөм барлыҡҡа килгән: насар хәлле төбәктәр, хәле ҡәнәғәтләнерлек булмаған төбәктәр, хәле ҡәнәғәтләнерлек төбәктәр, тотороҡло хәлле төбәктәр. Башҡортостан Республикаһы иҡтисады тотороҡло булған төбәктәр төркөмөнә индерелгән. Был төркөмгә 26 төбәк индерелгән, улар иҫәбендә Краснодар крайы, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ленинград, Мәскәү һәм Төмән өлкәләре.

Финанс көрсөгө Рәсәй Федерацияһының 21 субъектына айырыуса ныҡ ҡағылған, уларға Сыуаш Республикаһы, Пермь крайы, Вологда, Брянск, Иваново, Кемерово, Нижегородка, Орел, Һамар, Силәбе өлкәләре, Йәһүд автономиялы өлкәһе һәм башҡалар инә.