4 декабрь, Йәкшәмбе

24 март 2009 йыл, 17:31

"Туймазыбыяла" халыҡ-ара бәйләнештәрен үҫтерә

автор: Евгений Рәхимҡолов

"Туймазыбыяла" асыҡ акционерҙар йәмғиәте сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте юлға һала. Был йәһәттән Мәскәүҙә "Крокус Экспо" күргәҙмә үҙәгендә үткәрелгән "Дарыухана 2009" ХVI Халыҡ-ара фармацевтика күргәҙмәһендә ҡатнашыу уңышлы үтте.

Күргәҙмәлә ҡатнашыу заводҡа сит илдәрҙән "Туймазыбыяла" асыҡ акционерҙар йәмғиәте продукцияһын ҡулланыусылар — фармацевтика предприятиелары һәм продукция дистрибьюторҙары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырырға булышлыҡ итте.

"Дарыухана" күргәҙмәһе традицион рәүештә дарыухана селтәрҙәренең, фармацевтика продукцияһы етештереүселәр һәм ҡулланыусыларҙың профессиональ осрашыу урыны булып тора. Был юлы "Дарыухана"ла Рәсәй һәм сит илдәрҙең 400-гә яҡын предприятиеһының тауарҙары ҡуйылғайны.

"Туймазыбыяла" асыҡ акционерҙар йәмғиәте "Дарыухана" һәм башҡа шундай ҙур фармацевтика күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша. Ул ватандың медицина һәм аҙыҡ-түлек быялаһынан изделиелар етештереүсе иң ҙур предприятиеларының береһе тигән репутация яуланы. Бында бер юлы бер нисә номенклатура төркөмө тауарҙары етештерелә.

"Туймазыбыяла" акционерҙар йәмғиәте изделиеларын даими ҡулланыусылар иҫәбендә — химия-фармацевтика предприятиелары, дарыуханалар, ветеринария станциялары һәм ҡан ебәреү станциялары. Завод продукцияһы Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә тиерлек һәм бер нисә яҡын сит илгә оҙатыла.