Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Туберкулезға ҡаршы көрәш алып барыла

Йәмғиәт

24 март — Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө. Был көн 1996 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инициативаһы менән булдырыла. Быйыл Туберкулезға ҡаршы көрәш көнө "Туберкулезды туҡтатайыҡ!" девизы аҫтында үтә.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһында туберкулез менән сирләү 10 мең кешегә 48,7 тәшкил итә, ә Рәсәй Федерацияһы буйынса был күрһәткес 75,8-гә етә.

Халыҡ араһында туберкулезды иҫкәртеүҙә төп йүнәлештәрҙең береһе булып вакцинопрофилактика тора. Кесе йәштә үк туберкулезға ҡаршы вакцина индереү туберкулездың иң хәүефле клиник формаларынан һаҡлауҙы тәьмин итеүе сәбәпле, төп көс, иң элек, балалар тыуғас та һәм бер йәшкә тиклем осорҙа прививкалар яһау менән солғап алыуға йүнәлтелергә тейеш. Балаларҙы туберкулезға ҡаршы иммунлаштырыу милли профилактик прививкалар календары сиктәрендә үткәрелә, кесе йәштәге балаларҙың 95-98 процентына вакцинация яһала.

Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө сиктәрендә 24 мартта Үҙәк, Колхоз, Затон баҙарҙары майҙандарында халыҡҡа флюорография үткәреү ойошторолдо. Ә С. Агиш урамы, 4; Цюрупа урамы, 100/1; Октябрь проспекты, 155 адрестары буйынса туберкулезға ҡаршы диспансерҙарҙа Асыҡ ишектәр көнө ойошторолдо, унда фрач-фтизиатрҙар консультация үткәрҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть