3 декабрь, Шәмбе

24 март 2009 йыл, 17:27

Конкурсҡа заявкалар ҡабул итеү тамамлана

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы конкурсының төбәк этабы тамамлана. 1 апрелгә электрон һәм баҫма киң мәғлүмәт саралары араһында "Наркоманияны иҫкәртеү өлкәһендәге иң яҡшы әҫәр өсөн" номинацияһында заявкалар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ. Конкурстың "Наркотиктарға ҡаршы тематика, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса иң яҡшы социаль реклама ролигы" номинацияһында ҡатнашыуға эштәр ҡабул итеү 20 апрелгә тиклем оҙайтылды.

Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы конкурс Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәт тарафынан йыл һайын үткәрелә. "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, "Муха" студияһы, "Версия Башкортостана" гәзите төрлө йылдарҙа унда еңеүсе булды.