Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Халыҡтың тормош кимәлен насарайтыуға юл ҡуйылмаясаҡ

Сәйәсәт

Өфөлә үткән БР Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов көрсөккә ҡаршы көрәште халыҡтың тормош кимәлен насарайтыу иҫәбенә алып барыуға юл ҡуйылмаясағы тураһында белдерҙе. Республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең төп өҫтөнлөгө итеп ул һөҙөмтәле социаль сәйәсәтте атаны.

"Халыҡҡа социаль ярҙам кимәлен һаҡлау өсөн беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. — Дәүләттең бөтә социаль йөкләмәләрен мотлаҡ үтәү, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең һәм өлкән йәштәге граждандарҙың база гарантияларын һәм йәшәү кимәлен һаҡлау, уларҙы төрлө социаль яҡлау саралары менән солғап алыуҙы арттырыу зарур".

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ултырышта сығыш яһап, 2008 йылда Башҡортостан Республикаһы тупланма бюджетынан социаль өлкәгә, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлауға, сығымдар 72,1 миллиард һум тәшкил итте, ә был республика ҡаҙнаһының бөтә сығымдарының 67,1 процентын тәшкил итә, тип билдәләне.

2008 йылда һаулыҡ һаҡлауҙы, физик культураны һәм спортты үҫтереүгә республика тупланма бюджеты средстволарының 17 проценты йүнәлтелде. 51 һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүгә һәм реконструкциялауға финанслауҙың бөтә сығанаҡтарынан 2,6 миллиард һум аҡса һалынды. 1165 миллион һумға медицина ҡорамалдары һатып алынды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть