Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.96 ↑

EUR 61.38 ↓

1 март, Шаршамбы

Уфа   °

"Байыҡ" бәйгеһенең икенсе турында ҡатнашыусылар билдәләнде

Йәмғиәт

156 бейеүсе — солистар, бейеү триоһы һәм дуэтында ҡатнашыусылар — башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың "Байыҡ" республика телевизион конкурсында артабан ҡатнашыуға хоҡуҡ алды. Икенсе турға үткән бәхетлеләр Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы Инвалидтар ижады йортонда үткән конкурс һайлап алыуы һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде. Иң яҡшы бейеүселәрҙе Башҡортостандың халыҡ артистары Радмир Бәҙретдинов, Зөлфиә Ҡудашева, Әхтәм Абушахманов составындағы компетентлы жюри асыҡланы. Был турала агентлыҡҡа проект авторы һәм алып барыусыһы Рита Өмөтбаева хәбәр итте.

— Иң әүҙем, иң һәләтле бәйгеселәр проектта ҡатнашыуын дауам итәсәк, былар, башлыса, Өфөнән, Нефтекаманан, Учалы, Йылайыр, Әбйәлил, Баймаҡ, Ишембай, Балаҡатай райондарынан бейеүселәр. Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы вәкилдәре лә бар, — ти Рита Ришат ҡыҙы. — Уларҙың сығыштарын 5 апрелдә "БЮТ" каналында ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Өҫтәп шуны әйтеп үтәйек, "Байыҡ" башҡорт бейеүен башҡарыусылар бәйгеһе — иң күп кеше ҡатнашҡан һәм оҙайлы телевизион проекттарының береһе. Ул йыл буйына бара. Унда 15 йәштән 35 йәшкә тиклемге һәүәҫкәр бейеүселәр ҡатнаша ала. Бәйге еңеүселәре йыл аҙағында тамашасылар тауыш биреүе йомғаҡтары буйынса билдәләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть