7 декабрь, Шаршамбы

24 март 2009 йыл, 11:42

Мортаза Рәхимов Сергей Калашников менән осрашты

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

23 мартта Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһының Социаль страховка фонды рәйесе Сергей Калашников менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре, шулай уҡ Башҡортостанда ҡайһы бер федераль һәм республика социаль программаларын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.

Мортаза Рәхимов социаль гарантияларҙы тәьмин итеү, Башҡортостан халҡының йәшәү кимәлен күтәреү республикалағы уңышлы үҫештең мотлаҡ шарты булып тора, тип билдәләне. Президент, иҡтисадтағы ҡатмарлы хәлгә ҡарамаҫтан, билдәләнгән социаль проекттарҙы финанслауҙы ҡыҫҡартырға ярамай, тине.

— Бөгөнгө ябай булмаған шарттарҙа дәүләт үҙенең социаль йөкләмәләрен үтәргә тейеш. Айырыуса аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һәм оло йәштәге кешеләр хаҡында һүҙ барғанда, — тине Мортаза Рәхимов.

Һуңғы ике йылда әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән сығымдар ярайһы уҡ артты. 2008 йылда пособиелар күләмендә уларҙың өлөшө 3 миллиард 900 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Фондтың төбәк бүлексәһе балалар өсөн 10 кохлеар имплантат һатып алыу өсөн түләгән. Һәр имплантаттың хаҡы — 1 миллион 150 мең һум.

Осрашыуҙа шулай уҡ Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең ағымдағы эшмәкәрлеге ҡаралды. Сергей Калашников төбәк бүлексәһе эшенең яҡшы ойоштороу кимәлен билдәләне. Фондтың айырым эшмәкәрлеге йүнәлештәре буйынса бүлексә Волга буйы округында ғына түгел, шулай уҡ Рәсәй буйынса тәүге бишәү иҫәбенә инә. 2008 йыл йомғаҡтары буйынса төбәк бүлексәһенең предприятиелар һалымдары һәм иғәнәләре керемдәренән килеме 6 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.

Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, РФ Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов ҡатнашты.