11 декабрь, Йәкшәмбе

24 март 2009 йыл, 11:40

Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе - Ринат Зәйнуллин

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты 2009 йылдың 20 мартындағы Указы менән Зәйнуллин Ринат Мөҙәрис улын Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләне.

Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инде.

* * *

Ринат Зәйнуллин 1975 йылдың 31 авгусында Башҡортостандың Шаран районы Шаранбаш-Кенәз ауылында тыуған. Юғары белемле — Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1997 йылда "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһының Бәләбәй автотранспорт предприятиеһында бухгалтер булып башлай. 1997 йылдан 2005 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында I категориялы белгес, төп, унан һуң баш белгес, бүлек начальнигы булып эшләй.

2005 йылдан 2007 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары.

2007 йылдан 2008 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары.

2008 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрының беренсе урынбаҫары булып эшләне.