6 декабрь, Шишәмбе

24 март 2009 йыл, 11:38

Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры - Юрий Пустовгаров

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты 2009 йылдың 20 мартындағы Указы менән Пустовгаров Юрий Леонидовичты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры итеп тәғәйенләне.

Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инде.

* * *

Юрий Пустовгаров 1964 йылдың 8 ноябрендә Белорет ҡалаһында тыуған. Юғары белемле — Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә инженер-технолог булып башлай.

1986 йылдан 1996 йылға тиклем — "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә көрәк менән ҡойоу цехы начальнигы урынбаҫары, технологик бюро начальнигы, план-иҡтисад бүлеге етәксеһе.

1996-2004 йылдарҙа — "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары , коммерция, техник директор.

2004-2006 йылдарҙа — "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

2006 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры.

Юрий Пустовгаровҡа "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе" тигән маҡтаулы исем бирелгән.