Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй Президенты республиканың 90 йыллығы менән ҡотланы

Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовты һәм республика халҡын Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 90 йыллығы менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе. Телеграммала, атап әйткәндә, шулай тиелә:

"Хөрмәтле дуҫтар!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 90 йыллығы менән ҡотлайым. Һеҙҙең төбәк тарихында данлы һәм героик биттәр байтаҡ. Һәм республика халҡы үҙ яҡташтарының исемдәре һәм ҡаҙаныштары, быуындан-быуынға тапшырыла килгән хеҙмәт һәм мәҙәни традициялары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Башҡортостан ере һәр ваҡыт талантлы кешеләргә — ижади мираҫы бөтә донъяның рухи ҡаҙанышына әйләнгән танылған яҙыусыларға, рәссамдарға, күренекле ғалимдарға йомарт булды.

Бөгөн республика даими үҫешә, ҡеүәтле сәнәғәт һәм интеллектуаль потенциалға эйә, мөһим социаль программаларҙы уңышлы тормошҡа ашыра.

Инициатива, дәрт һәм маҡсатҡа ынтылышығыҙ һеҙгә киләсәктә лә Башҡортостан һәм бөтә Рәсәйҙең сәскә атыуы хаҡына юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итер, тип ышанам.

Һеҙгә яңы уңыштар һәм иң изге теләктәр.

Д. Медведев".

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть