Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Сифат өлкәһендә Президент премиялары бирелде

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президентының 23 марттағы Указы менән 2008 йыл өсөн продукция (тауарҙар, хеҙмәтләндереүҙәр) сифаты өлкәһендә БР Президенты Премиялары бирелде.

Беренсе урын "Бәләбәй "Автонормаль" заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, "Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, "Башкиргражданпроект" проект институты" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, "Мәләүез ағас эшкәртеү комбинаты" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, Башҡортостан Республикаһы "Рощинский" совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһына, Республика балалар клиник дауаханаһы дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына, Башҡортостан Республикаһы "Янғантау" санаторийы дәүләт унитар предприятиеһына бирелде.

Икенсе урынды биш предприятие бүлеште: "Салауатнефтемаш" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Магнетрон" Өфө микроэлектроника заводы" федераль дәүләт унитар предприятиеһы, "Салауатбыяла" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "21-се трест" төҙөлөш компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Нефтекама нефть колледжы урта профессиональ белем дәүләт белем биреү учреждениеһы.

Конкурс йомғаҡтары буйынса өсөнсө урында — Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы федераль бюджет учреждениеһының "Дауыл" дәүләт унитар предприятиеһы, "Тимер-бетон изделиелар заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, БР Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты дәүләт учреждениеһы, Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы муниципаль һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡала ветеринария станцияһы дәүләт учреждениеһы.

Үҙ Указы менән Президент беренсе урын яулаған ойошмаларға продукция (тауарҙар, хеҙмәтләндереүҙәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Премияһы эмблемаһы менән Сифат кубоктары һәм лауреат дипломдары тапшырырға ҡарар итте. Икенсе һәм өсөнсө урын яулаусыларға дипломант статусы бирелә һәм икенсе, өсөнсө дәрәжә дипломдар тапшырыла.

Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть