Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Ауылда врачтар етешмәү мәсьәләһен хәл итергә йыйыналар

Йәмғиәт

Республика властары яҡын араларҙа ауыл ерендә врачтар етешмәү проблемаһын хәл итергә йыйына. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Хөкүмәттең киңәйтелгән ултырышында сығыш яһап, ауылда кадрҙарҙы торлаҡ, лайыҡлы хеҙмәт шарттары, эш хаҡы менән "нығытырға" мөмкин, тине.

Проблеманың асылы иһә республикала элеккесә кадрҙарға ҡытлыҡ булыуына ҡайтып ҡала — ауыл ерендә врачтар менән тәьмин ителеш 10 мең кешегә 14,8 тәшкил итә, был республика буйынса уртаса күрһәткестән өс тапҡырға кәмерәк.

Бынан тыш, тип билдәләне Раил Сарбаев, участка звеноһын көсәйтеүҙе, халыҡҡа юғары технологиялы ярҙам күрһәтергә мөмкин булған республика һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын финанслауҙы дауам иттерергә кәрәк. Беренсе сиратта, балалыҡ һәм бала табыу йүнәлештәрендәге, атап әйткәндә, Республика балалар клиник дауаханаһын. Бынан тыш, район-ара перинаталь үҙәктәрҙе нығытыуҙы дауам итергә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть