5 декабрь, Дүшәмбе

23 март 2009 йыл, 17:26

"Һылыуҡай-2009" бәйгеһе финалына 12 сибәркәй үтте

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостандың иң сибәр һәм иң һәләтле 12 ҡыҙы "Һылыуҡай-2009" республика башҡорт ҡыҙҙары бәйгеһе финалына үтте. 12 һылыу ҡыҙ һәм популяр башҡорт эстрада башҡарыусылары ҡатнашлығындағы тамаша 11 апрелдә Өфөнөң Конгресс-холында үткәрелә. Был турала "Башинформ" агентлығына "Һылыуҡай-2009" конкурсының матбуғат секретары Сәлиә Ҡусҡарбаева хәбәр итте:

— 45 дәғүәсенән йомғаҡлау этабына Гөлсөм Әйетҡолова, Гөлназ Ғәлиева, Лилиә Ғайсина, Әлиә Ҡараҙбаева, Динара Ғәрифуллина, Гөлнара Килмөхәмәтова, Зәриә Ҡолдәүләтова, Сәлимә Тулыбаева, Гөлсинә Хәбибуллина, Юлиана Хоҙайғолова, Айһылыу Юнысбаева, Анжелика Якусева үтте.

Гала-концерт репетицияларына ҡыҙҙар 21 мартта уҡ тотондо, — ти Сәлиә. — Бер үк ваҡытта улар Республика халыҡ ижады үҙәге менән "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының берлектәге "Һылыуҡай-2009. Конкурс көндәлеге" телевизион проектын төшөрөүҙә лә ҡатнаша. Был проект сиктәрендә бәйгелә финалға сығыусылар менән Милли музейҙа, скалодромда, "Аҡбуҙат" ипподромында ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәрелә.

Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған "Һылыуҡай-2009" бәйгеһен ойоштороусылар араһында — БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Республика халыҡ ижады үҙәге, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы һәм башҡалар.

темалар: һылыуҡай, бәйге