6 декабрь, Шишәмбе

23 март 2009 йыл, 17:23

Наркоманияға ҡаршы көрәш көнөнә ҡарата акция үткәреләсәк

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәйҙә Йәштәр йылына һәм Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған саралар сиктәрендә республиканың бөтә райондарында һәм ҡалаларында 3 апрелдән 10 июлгә тиклем халыҡ-ара наркоманияға һәм наркобизнесҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған йәштәр акцияһы үткәрелә.

Наркоманияны, эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәрҙә төрлө наркотик матдәләр ҡулланыуҙан аңлы рәүештә баш тартыу позицияһы тәрбиәләү — бына акцияны ойоштороусылар алдына ҡуйылған төп маҡсаттар һәм бурыстар.

Акцияла балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары, башланғыс, урта профессиональ белем биреү учреждениелары профкомдары һәм студенттар активтары, юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары уҡыусыларынан заявкалар уҡыу йорто етәксеһе тарафынан бирелә.

БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыу төрлө тематик кисәләр үткәреүгә ҡайтып ҡала: митингылар, һүрәттәр, плакаттар конкурстары, социаль реклама, ижади эштәр (инша, эссе, мәҡәләләр, интервью) конкурстары ойоштороу һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса фильмдар күрһәтеү.

Акцияла ҡатнашыусылар башҡарылған эштәр тураһында мәғлүмәт отчетын 10 июлгә тиклем ебәрергә тейеш.

Акция тураһында өҫтәмә мәғлүмәтте ойоштороу комитетының www.molodostrb.ru сайтында һәм 8 (347) 251-57-19 бәйләнеш телефон/факсы буйынса табырға мөмкин.