Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Бәләбәй һөт комбинаты Гран-при яуланы

Иҡтисад

Мәскәүҙә 16 марттан 19-ына тиклем үткән "Һөт Индустрияһы 2009" VII Халыҡ-ара форумында Бәләбәй һөт комбинатының "Сливочный" сыры юғары награда — Гран-при яуланы. Бәләбәй сыры Рәсәйҙә һатылған ҡаты күҙләнсекле сырҙар араһында иң яҡшыһы тип танылды.

Быйыл "Һөт Индустрияһы 2009" форумында тәүге тапҡыр "Сыр салоны" үтте. Уның сиктәрендә донъяла иң билдәле сыр төрҙәре, ҡорамалдар, ингредиенттар етештереүселәр презентацияланды, түңәрәк өҫтәлдәр, конкурстар, дегустациялар үткәрелде. Бәләбәй һөт комбинаты презентацияһы салонға килеүселәр араһында айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Форумда ҡатнашыусылар фекеренсә, финанс көрсөгө осоронда бындай саралар үткәреү үтә мөһим. Ул һөт тармағы предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә йыйылып, мәғлүмәт менән уртаҡлашырға, дөйөм проблемаларҙы уртаға һалып тикшерергә мөмкинлек бирҙе.

Был Бәләбәй һөт комбинатының федераль баҙарҙы яулау юлында тәүге аҙымы ғына түгел. 2008 йыл йомғаҡтары буйынса комбинат Рәсәйҙә ҡаты күҙләнсекле сыр етештереү күләме буйынса өсөнсө урынға сыҡҡайны. Юғары сифат һәм һәүетемсә хаҡ сәйәсәте һөҙөмтәһендә сыр һатыу артҡандан-арта бара. Быйыл февралдә уҙған йылдың феврале менән сағыштырғанда продукция һатыу 41 процентҡа артты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть