8 декабрь, Кесе йома

23 март 2009 йыл, 17:19

Мортаза Рәхимов Ҡариҙел һәм Благовещен райондарында булып ҡайтты

автор: Эльмира Сабирова

Шәмбе, 21 мартта, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Ҡариҙел һәм Благовещен райондарына барып ҡайтты.

Ҡариҙел районының Байҡыбаш ауылында республика башлығы быйыл ағас эшкәртеү цехы сафҡа индерелгән "Өфө урман сәнәғәте" предприятиеһында булды. Ҡариҙел ауылында Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында ҡатнашты.

Благовещен районында Башҡортостан Президенты вагон тәгәрмәстәре пары етештереү һәм ремонтлау менән шөғөлләнгән "Маяҡ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Бында йылына 8000 тәгәрмәс парҙары ремонтлайҙар. Бындай производство Стәрлетамаҡта ла булыуға ҡарамаҫтан, "Маяҡ" бөтә ил буйынса клиенттарҙы хеҙмәтләндерә. Уның заказсылары иҫәбендә — Пермь, Һамар, Мәскәү эргәһе. Дөрөҫ, предприятиеның генераль директоры әйтеүенсә, донъя иҡтисад көрсөгө һиҙелмәйенсә ҡалмаған, әлбиттә: күләмдәр бер нисә тапҡыр кәмегән, ләкин был эшселәрҙең хеҙмәт хаҡында сағылмай. Производствола бөгөн 300 кеше эшләй, эш хаҡы уртаса 10 мең һум тәшкил итә.

Төбәк башлығы шулай уҡ "Нефтехим тәжрибә заводы" урынлашасаҡ төҙөлөш майҙансығында ла булды. Генераль директор Риф Саматов әйтеүенсә, бында нефть һәм газ табыу, йөрөтөү һәм эшкәртеү өсөн химик продукттар етештереләсәк. Проекттың ҡеүәте — 350 миллион һум. 2010 йылға төҙөлөштө тамамларға планлаштыралар.

Ә бына "ПерекрестокЪ" компанияһы гофроҡатырғанан төргәк етештереү производствоһының икенсе сиратын төҙөүгә тотонған.

— Үҙебеҙ эшләй алғанда, ниңә был продукцияны башҡа төбәктәрҙән һатып алырға, — тине предприятие етәксеһе Геннадий Кузнецов. — Етмәһә, был линия яңы эш урындары булдырыу мөмкинлеге бирәсәк.

"Ағиҙел" йылылыҡ изоляцияһы материалдары заводы төҙөлөш майҙансығында, шәмбе көн булыуға ҡарамаҫтан, эш ҡайнай ине. Бында йыл һайын 70 мең тоннаға тиклем төҙөлөштә һәм сәнәғәттә ҡулланыласаҡ юғары сифатлы янмай торған йылылыҡ изоляцияһы материалдары әҙерләргә планлаштыралар.

Шуныһы мөһим, Благовещен районында бөтә ерҙә бәләкәй бизнесҡа ҙур иғтибар бирелә. Бында буш торған биналарҙы һәм производство ҡеүәттәрен эшҡыуарҙар ҡарамағына тапшыралар, һәм бынан барыһы ла ота: властар ҙа, бизнесмендар ҙа, эш менән тәьмин ителгән ауыл халҡы ла.