10 декабрь, Шәмбе

23 март 2009 йыл, 17:17

Яҙғы Яңы йыл - Науруз байрамын билдәләнеләр

автор: Булат Юлбарыҫов

21 мартта Өфөлә И. Якутов исемендәге паркта Урта Азия халыҡтарының Яңы йыл байрамы — Наурузға арналған ҙур байрам үтте. Байрамды БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы менән БР Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.

Байрам сараһына БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе Азамат Сәғитов, Өфө райондары хакимиәт башлыҡтары килде.

— Иҡтисадтағы көрсөккә ҡарамаҫтан, милли байрамдарҙың, шул иҫәптән Науруздың да, популярлығы үҫә бара, — тип билдәләне Илдус Илешев. — Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа кешеләр үҙ милли тамырҙарына, йолаларына мөрәжәғәт итә, милли үҙенсәлек ҙур әһәмиәткә эйә була баралыр, күрәһең.

Паркта иртәнсәк үк тирмәләр, сатырҙар һәм палаткалар ҡоролғайны. Башҡорт, татар, ҡырғыҙ, әзербайжан, тажик, үзбәк, дағстан, төркмән һәм ҡаҙаҡ халыҡтары милли-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре уларҙа үҙ йолаларын күрһәтте. Һәр "ихатала" өҫтәл әҙерләнгәйне, байрамға килгән һәр кем унда милли аш-һыуҙан ауыҙ итә алды. Милли-мәҙәни үҙәктәр нисек тә ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итергә тырышты — үзбәктәр былау, Кавказ халыҡтары вәкилдәре лезгинкаһы, әзербайжандар йырҙары, башҡорттар оҙон көйҙәре, ҡурай тартыуҙары, ҡаҙаҡтар думбырала уйнауы менән. "Килем" татар тарихи-мәҙәни үҙәге һәм "Сәйетбаба" тарихи-мәҙәни үҙәге халыҡ кәсебе экспозицияларын ойошторғайны.

Науруз башлыса мосолман илдәрендә билдәләнә, ул дини байрам түгел. Байрам ислам динен тотҡан халыҡтар араһында таралһа ла, Науруз игенселек менән шөғөлләнеүсе Урта Азия халыҡтарының ҡояш календары буйынса Яңы йыл байрамы булып тора һәм яҙғы көн менән төн тигеҙлегенә тура килә. "Науруз" фарсы теленән "яңы көн" тип тәржемә ителә. Хәҙерге ваҡытта Науруз Ҡаҙағстанда, Әзербайжанда, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Үзбәкстанда һәм Иранда дәүләт байрамы булып тора.

темалар: науруз, байрам