3 декабрь, Шәмбе

20 март 2009 йыл, 17:37

Австрия иҡтисади миссияһы Өфөлә

автор: Эльвира Латипова

Өфөгә Австрияның рәсми кешеләр һәм эшлекле даирәләр делегацияһы килде. Уның составында Австрия Федераль иҡтисад палатаһының БДБ илдәре департаменты директоры Хайнц Вальтер, Австрияның Рәсәйҙәге Илселегенең сауҙа атташеһы Кристиан Фуксштайнер, шулай уҡ төрлө компаниялар етәкселәре һәм белгестәре.

Бөгөн Президент-отелдә эшлекле бәйләнештәр биржаһы ойошторолдо. Ҡунаҡтар Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен һәм перспективаларын тикшерә. Өфөлә булыу программаһы һәм республика яғынан бизнес-биржала ҡатнашыусылар составы Австрия яғының теләктәрен иҫәпкә алып билдәләнде.

— Бында иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында эшләүсе Австрияның 27 фирмаһы вәкилдәре бар, — тине биржаны рәсми асыуҙа Хайнц Вальтер. — Улар араһында производство предприятиелары, хеҙмәтләндереү өлкәһе компаниялары, консалтинг фирмалары бар.

Республиканың рәсми кешеләренән бизнес-осрашыуҙа БР сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Роберт Ваһапов һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Сергей Ефремов ҡатнашты.

Эшлекле бәйләнештәр биржаһы 18 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Бизнес вәкилдәре көн буйына аралашасаҡ. Был ваҡытта Австрия делегацияһының рәсми вәкиле айырым программа буйынса шөғөлләнәсәк. БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығында, Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығында һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә осрашыуҙар планлаштырылған.