Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктәр араһында бәйләнеш нығына

Сәйәсәт

Бөгөн иртәнсәк Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай менән Ырымбур өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы араһында парламент-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был турала Өфөлә барған "Рәсәй федерализмы тарихында һәм сәйәси практикаһында милли-дәүләт берәмектәре" конференцияһында Ырымбур өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы Рәйесе Дмитрий Кулагин хәбәр итте.

— Был килешеү Ырымбур өлкәһендә һәм Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтар араһында дуҫтарса һәм үҙ-ара файҙалы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙә яңы бит булып торасағына ышанам, — тине Дмитрий Кулагин. — Ырымбур өлкәһе өсөн Башҡортостан Республикаһы — ышаныслы партнер һәм яҡшы күрше. Беҙҙе төбәктәр сиктәшлеге генә түгел, тарих уртаҡлығы ла берләштерә. Беҙҙе быуаттар буйына килгән тарихи яҙмыш һәм хәтер туғанлаштыра. Ә был иң ныҡлы, иң айырылғыһыҙ бәйләнештәр.

Дмитрий Кулагин, федерацияның ике субъекты араһында социаль-иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәр ҙә әүҙем үҫешә, тип билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть