Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.41 ↓

EUR 69.64 ↑

28 июль, Йома

Уфа   °

Рәсәй Хөкүмәтенең 2009 йылға Көрсөккә ҡаршы саралар программаһы

Сәйәсәт

Бөгөн бер юлы ике баҫма — "Российская газета" һәм "Парламентская газета" — 2009 йылға Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Көрсөккә ҡаршы саралар программаһын баҫып сығарҙы. Бер үк ваҡытта ошо уҡ һанда "Российская газета" үҙ биттәрендә был документты тикшереү өсөн Эксперттар советын аса. Белгестәр, бизнесмендар, йәмәғәт ойошмалары һәм союздар вәкилдәре, теләгән һәр бер уҡыусыбыҙ, тип яҙа гәзит, был советтың ағзалары була һәм редакцияға үҙ иҫкәрмәләрен һәм тәҡдимдәрен ебәрә ала. Улар гәзиттә йәки "РГ" сайтында баҫып сығарыласаҡ һәм властарға көрсөккә ҡаршы төрлө яҡлы саралар эшкәртергә ярҙам итәсәк. Редакция уҡыусыларҙан 8(499) 257-58-92 факсы йәки e-mail:expert@rg.ru электрон почтаһы буйынса хаттар көтә.

Бөгөн иһә "РГ" Эксперттар советының беренсе ултырышынан материал баҫып сығарған. РФ Хөкүмәтенең көрсөккә ҡаршы саралары айҡанлы үҙ фекерҙәрен һәм уның Программаһына тәҡдимдәрен Юғары иҡтисад мәктәбе дәүләт университеты ректоры Ярослав Кузьминов, Рәсәй банкылары ассоциацияһы президенты Гарегин Тосунян һәм Социаль страховкалау фонды рәйесе Сергей Калашников белдерә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть