Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса республикабыҙ алда бара

Иҡтисад

Башҡортостан 2008 йылда торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында килә.

— Ике миллион 351 мең квадрат метр майҙан менән торлаҡ йорттар файҙаланыуға тапшырылды. Был 2007 йылдағыға ҡарағанда 26 процентҡа күберәк, — тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев БР Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында.

Башҡарылған подряд эштәре күләме былтыр 101 миллиард һумдан ашып киткән.

— Торлаҡ хаҡын кәметеү өсөн мөмкин булған бөтә сараларҙы күрергә кәрәк, — тип айырып билдәләне Раил Сарбаев. — Мохтаж булған граждандарҙың, айырыуса йәш ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләре башҡарма власть органдарының айырым контроле аҫтында торорға тейеш. 2009 йылға бурыс — кәмендә 2,4 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырыуҙы тәьмин итеү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть