Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Мортаза Рәхимов Рәфғәт Алтынбаев менән осрашты

Сәйәсәт

19 мартта Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Федерация Советының Федерация эштәре һәм төбәк сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Рәфғәт Алтынбаев менән эш осрашыуы үткәрҙе. Өфөгә Рәфғәт Алтынбаев "Рәсәй федерализмы тарихында һәм сәйәси практикаһында милли-дәүләт берәмектәре" Бөтә Рәсәй фәнни- ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыуҙа һүҙ республикалағы ижтимағи-сәйәси хәл, шулай уҡ Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше хаҡында барҙы. Федерация Советы комитеты рәйесе, социаль-иҡтисади үҫеш кимәле буйынса республика ил төбәктәре араһында алдынғы позицияларҙы һаҡлап ҡала, тип билдәләне.

Мортаза Рәхимов менән Рәфғәт Алтынбаев донъя финанс көрсөгө шарттарында социаль өлкәгә һәм иҡтисадтың төп тармаҡтарына ярҙам күрһәтеү сараларын ҡараны.

— Беҙ халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙең ғәмәлдәге кимәлен һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты.

Федерация Советы комитеты рәйесе фекеренсә, Башҡортостан — көрсөктән бик аҙ юғалтыуҙар менән сығыу өсөн ҙур ҡеүәткә эйә булған төбәктәрҙең береһе.

— Башҡортостанда һәр саҡ төбәк үҫеше өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе лә оҫта файҙалана белделәр. Республикала ҡала һәм ауыл халҡы үҫеше өсөн тиң шарттар булдырылған. Был көрсөк күренештәренә уңышлы ҡаршы тороуҙың нигеҙе булып тора, — тине Рәфғәт Алтынбаев.

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть