3 декабрь, Шәмбе

20 март 2009 йыл, 17:22

Башҡорт АССР-ының 90 йыллығына арналған күргәҙмә

автор: Әлим Фәйезов

"Беренсе Автономия". Ошондай исем аҫтында Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт йәмәғәт берекмәләре архивында Рәсәй Федерацияһы составында беренсе автономиялы республика — Башҡорт АССР-ы төҙөлөүенең 90 йыллығына арналған документтар күргәҙмәһе ойошторолдо.

1917 йылда Февраль революцияһынан һуң башҡорт милли хәрәкәте башланыуы һәм уны үҫтереү, автономиялы милли дәүләтселек төҙөү өсөн бөтә тәүшарттар һалына. Күргәҙмә 1917 йылдың май башында Мәскәүҙә үткәрелгән I Бөтә Рәсәй мосолмандар съезы документын сағылдырыуҙан башлана. Унда тәүге тапҡыр Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә башҡорт территориаль автономияһы төҙөү проекты ҡарала. Бында башҡорт делегацияһы тәүге тапҡыр милли-территориаль- федератив нигеҙҙә төҙөлгән демократик Рәсәй яҡлы үҙ позицияһын аныҡ билдәләй.

Ошонда уҡ башҡорт милли хәрәкәте лидеры, Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусы З. Вәлидиҙең фотоһүрәттәрен күрергә мөмкин. Шулай уҡ Башҡортостан автономияһын төҙөүгә һәм үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән уның көрәштәштәре М. Халиҡов, Ю. Бикбауов, Х, Йомағолов, М. Ҡулаевтарҙың фотографиялары урынлаштырылған.

Бында шулай уҡ Ырымбурҙа урынлашҡан башҡорт халыҡ йорто — Ҡарауанһарай тураһында ла мәғлүмәт бар, 1917 йылда тәүге өс Дөйөм башҡорт съезы — Ҡоролтайҙың икәүһе ошонда үтә.

Экспозицияла был съездарҙың ҡарарҙарына айырым урын бирелгән. Атап әйткәндә, I съезда ҡабул ителгән ер мәсьәләһе, хәрби төҙөлөш буйынса программалар, башҡорт милли хәрәкәтенең етәксе органы булараҡ Үҙәк (өлкә) Башҡорт Шураһы төҙөү тураһында ҡарар, 1-се фарман (Указ), Башҡорт Шураһының 1917 йылдың 15 ноябрендәге Башҡортостан автономияһын иғлан итеү тураһындағы ҡарары, "Правда" гәзитендә "Башҡортостан автономияһы" тигән баш аҫтында сыҡҡан белдереү урынлаштырылған.

Күргәҙмәнең "Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет Автономияһы тураһындағы килешеү" тигән бүлегендә Килешеү тексы, РСФСР Совет халыҡ комиссариатының милләттәр эштәре буйынса наркомы И. Сталиндың телеграммаһы ҡуйылған. Телеграммала, атап әйткәндә, "...башҡорттар делегацияһы Мәскәүгә килде. Башҡорттар, һис шикһеҙ, Совет Автономияһы аласаҡ, әлегә биләмә сиктәре аныҡ билдәләнмәгән, ошо турала һөйләшеүҙәр алып барыла..." тиелә.

Күргәҙмәгә килеүселәр Ҙур Башҡортостан төҙөү тураһында мәғлүмәттәр ала аласаҡ. З. Вәлидов төҙөгән Башҡортостан сиктәре картаһы күсермәһе бар. Бынан тыш, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма комитетының Башҡорт АССР-ы сиктәрен киңәйтеү һәм Өфө губернаһын бөтөрөү буйынса 1922 йылдың июлендә, авгусында сыҡҡан декреттары ла урын алған.

1919 йылдың 20 мартындағы Килешеү федератив Рәсәйҙең автономиялы өлөшө булараҡ Башҡортостандың яңы сәйәси һәм дәүләт-хоҡуҡи статусын юридик яҡтан нығыта.