Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Президентҡа рәхмәт белдереү

Сәйәсәт

Республика Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Башҡортостан Мотоциклет федерацияһы башҡарма комитеты рәйесе Риф Сәйетгәрәевтан хат килде. Унда мотоспортҡа даими ярҙам иткән өсөн рәхмәт белдерелә. Хатта шулай тиелә:

"Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Республиканың мотоспорт йәмәғәтселеге исеменән Һеҙгә боҙҙа мотоуҙышты үҫтереүгә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Был миҙгелдә мотоуҙышсыларыбыҙ Башҡортостан абруйын лайыҡлы яҡланы. Улар донъя, Европа, Рәсәй чемпионатында шәхси һәм команда иҫәбендә еңеү яуланы. Һеҙҙе уҙышсыларыбыҙ яуланған позицияларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн артабан да мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк, тип ышандырам".

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть