Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Өфө ҡала округы Советы ултырышы үтә

Сәйәсәт

Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының сираттағы ХIV ултырышы үткәрелә.

Совет депутаттарынан тыш, уның эшендә Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев, хакимиәттең структура подразделениелары, ҡала ойошмалары һәм учреждениелары етәкселәре ҡатнаша. Депутаттар Өфө хакимиәтенең 2008 йылдағы эш һөҙөмтәләрен ҡараясаҡ, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында Ғаилә йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Ғаиләгә социаль ярҙам йылына арналған сараларҙың үтәлеше хаҡында мәғлүмәтте тыңлаясаҡ.

Бынан тыш, донорҙарға аҡсалата компенсация күләмдәре, Өфөнөң муниципаль белем биреү учреждениеларында балаларҙы уҡытыу өсөн ата-әсәләр түләгән аҡса күләмен раҫлау тураһында мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Депутаттар "2009-2011 йылдарға мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы, дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланып, дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡытыу" яңы ҡала маҡсатлы программаһын тикшерәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть