Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

"Социаль форум-2009" социаль проекттар конкурсы

Йәмғиәт

Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы сиктәрендә март уртаһында мәктәп, лицей, гимназияларҙың 11-се синыф уҡыусылары араһында "Социаль форум-2009" социаль проекттар конкурсы башланды. Конкурстың девизы — "Йәштәрҙең дәртен һәм инициативаһын — йәмғиәт файҙаһына!" "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында уны ойоштороусылар — БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы. Был инде республикабыҙҙа үткәрелгән алтынсы социаль проекттар конкурсы.

Конкурстың төп номинациялары: йәштәр хеҙмәт баҙарында — эшһеҙлек проблемаларын хәл итеү; йәштәр эшҡыуарлығы; һәләтле йәштәргә ярҙам; балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе, йәш ғаиләләрҙе социаль яҡлау. Проектта һайланған теманың актуаллеге тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт, проблемаға характеристика, уны потенциаль хәл итеү юлдары һәм бының өсөн кәрәкле ресурстар бирелергә тейеш. Проектҡа төп талап — муниципаль берәмек кимәлендә уны тормошҡа ашырыу мөмкинлеге.

Конкурс эштәре 30 майға тиклем ҡабул ителәсәк. Конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһын Өфөлә быйыл 5 июндә үткәреләсәк "Ҙур ҡаланың социаль майҙанында йәш ғаилә" Бөтә Рәсәй конгресында үткәрергә планлаштырыла.

Бәйләнеш телефондары: (347) 257-05-50, 253-99-45.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть