5 декабрь, Дүшәмбе

19 март 2009 йыл, 17:49

2009 йылдың яҙында транспорт хәрәкәтен сикләү индерелә

автор: Марият Артюхова

1 апрелдән 5 майға тиклем Башҡортостанда дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдары буйлап транспорт саралары хәрәкәтен сикләү индерелә.

Сикләү аҙыҡ-түлек (һыра һәм араҡы-шарап изделиеларынан тыш), пассажирҙар, орлоҡ фонды, ашламалар, гербицидтар, мал һәм ҡош-ҡорт өсөн аҙыҡ, почта һәм почта йөктәре, ауыл хужалығы етештереүселәренә яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары, халыҡҡа көнкүрештә ҡулланыу өсөн шыйыҡ газ, яғыу мазуты, мейес яғыулығы, күмер, дарыуҙар, ғәскәри частарҙың йәшәйешен һәм хәрби әҙерлеген тәьмин итеү өсөн йөктәр, ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн кәрәкле әйберҙәр ташыусы транспорт сараларына ҡағылмай.

Кәрәк саҡта ҡалған йөктәргә "БР Дәүләт төҙөлөш, транспорт юл хужалығы идаралығы" дәүләт учреждениеһынан түләүле рөхсәт алырға мөмкин.

Өфөлә 30 марттан 28 апрелгә тиклем тулы ауырлығы 11 тоннанан ашҡан транспорт саралары хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү индерелде.

Иҫкәрмә сифатында һөт, он ташыусы, ауыл тауар етештереүселәренә һәм эшкәртеү предприятиеларына ҡараған автомобилдәргә йөрөү рөхсәт ителә.

Шулай уҡ М5 һәм М7 федераль әһәмиәттәге юлдар буйлап хәрәкәткә лә ваҡытлыса сикләү индерелде.