Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Губернаторҙар күрһәтеү тураһында закон икенсе уҡыуҙан үтте

Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы икенсе уҡыуҙа губернаторҙарҙы һайлауҙың (тәғәйенләүҙең) яңы тәртибе тураһында закон проектын ҡабул итте. РФ Президентының закон сығарыу инициативаһын 351 депутат хупланы, 52-һе "ҡаршы" тауыш бирҙе.

Закон проекты төбәк парламентына һайлауҙарҙа иң күп тауыш йыйған сәйәси партияларҙың РФ субъектының юғары етәксеһе вазифаһына кандидаттар күрһәтеү хоҡуғын нығыта. Партия кәмендә өс альтернатив кандидатура тәҡдим итергә тейеш, дәүләт башлығы уларҙан береһен һайлап ала (Президентҡа уйлауға 30 көн бирелә). Өс кандидатураны ла кире ҡаҡҡан осраҡта сәйәси партия ҡабаттан Президент элек ҡарамаған өс кандидатуранан тәҡдим индерә ала. Әгәр инде партия ағзалары, инициатива күрһәтмәй, губернаторлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү хоҡуғы менән файҙаланмаһа, дәүләт башлығы мәсьәләне үҙ аллы хәл итә һәм РФ субъектының Закондар сығарыу Йыйылышына үҙ кандидатураһын индерә.

Закон проекты губернаторлыҡҡа кандидаттарға талаптар ҙа ҡуя. Хөкөм ителгән, суд ҡарары буйынса иректән мәхрүм итеү урындарында тотолған, тикшереү аҫтына алынған, юридик хоҡуҡһыҙ йәки сикләнгән юридик хоҡуҡлы граждандар, шулай уҡ дәүләт һәм башҡа төрлө закон менән һаҡланған сер булып торған мәғлүмәттәргә инергә рөхсәт алыу процедураһын үтеүҙән баш тартҡан граждандар губернаторлыҡҡа кандидат була алмай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть