8 декабрь, Кесе йома

19 март 2009 йыл, 17:42

Быйыл 27 мең үҫмер өсөн ваҡытлыса эш урыны булдырыласаҡ

автор: Елена Макушина

2009 йылда 27 мең үҫмерҙе ваҡытлыса эш урыны менән тәьмин итергә планлаштырыла. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов Йәйге сәләмәтләндереү кампанияһын ойоштороу буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышында хәбәр итеүенсә, был маҡсатҡа федераль бюджеттан 17,9 миллион һум аҡса бүленгән.

Республикала башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар иҫәбенән тәүге тапҡыр эш эҙләүсе 18-20 йәшлек эшһеҙ граждандарҙы эшкә урынлаштырыу программаһы эшләп килә. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 2,2 миллион һум бүленгән. 720 тамамлаусыны ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуҙы ойоштороу планлаштырыла.

темалар: үҫмерҙәр, эш