8 декабрь, Кесе йома

19 март 2009 йыл, 17:33

Мэрияла конкурс еңеүселәрен бүләкләнеләр

автор: Марият Артюхова

Өфөлә Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнөнә арналған конкурстарға йомғаҡ яһалды. Ҡала хакимиәтендә 18 мартта был конкурстар еңеүселәренә бүләктәр тапшырылды.

Түләүле медицина хеҙмәтләндереүе күрһәтеүсе дәүләт һәм муниципаль учреждениелар араһында "Ҡулланыусы ышанысы" билдәһенә Өфөнөң Октябрь районының 4-се стоматология поликлиникаһы лайыҡ булды. Ә шәхси клиникалар араһында — "Табиб плюс".

Баш ҡала халҡы араһында һорау алыу стоматология клиникаһын һайлағанда төп фактор булып медицина хеҙмәтләндереүе сифаты, хеҙмәтләндереү кимәле, заманса стоматологик ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы тороуын күрһәтте.

Ҡала конкурсы өс этапта үткәрелде. Беренсеһендә халыҡтан һорау алынды, икенсеһендә урынға барып, предприятиеларҙың билдәле бер параметрҙар буйынса эше баһаланды, өсөнсөһөндә — еңеүселәр билдәләнде.

Өфөнөң торлаҡ хужалығы предприятиелары араһында иң яҡшы "Ҡулланыусы мөйөшө" мәғлүмәт стендына конкурста Орджоникидзе районының 27-се торлаҡ-эксплуатация участкаһы еңеүсе булды.

Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнөнә арналған саралар сиктәрендә ҡаланың дөйөм белем биреү мәктәптәрендә лә конкурстар үтте. Баш ҡаланың дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында "Иң яҡшы реферат" номинацияһында 122-се башҡорт гимназияһының 7-се синыф уҡыусыһы Камил Хисаметдинов еңеүсе булды; урта махсус уҡыу йорттары араһында "Иң яҡшы реферат" — Өфө автотранспорт колледжы студенты Денис Ғәлиуллин; "Иң яҡшы листовка" — 72-се мәктәптең 8-се синыф уҡыусыһы Радион Вәлиев; "Ҡулланыусы хоҡуҡтары йәш рәссам күҙлегенән" -144-се башҡорт гимназияһының 2-се синыф уҡыусыһы Мелина Саттарова; "Шиғри жанр өсөн" — 18-се мәктәптең 9-сы синыф уҡыусыһы Виктория Медведева; "Йәш хәбәрсе" — 126-сы мәктәптең 4-се синыф уҡыусыһы Вадим Ҡаһарманов; "Гәзиткә иң яҡшы мәҡәлә" — 9-сы мәктәптең 8-се синыф уҡыусыһы Әлфиә Сәлимгәрәева; "Иң яҡшы мәғлүмәт стенгазетаһы" — 90-сы мәктәптең 8-се синыф уҡыусыһы Элина Хәмиҙуллина.

"Ҡулланыусы өсөн иң яҡшы стенд" номинацияһында — Өфө сауҙа-иҡтисад колледжынан студенттар төркөмө, ә "Инновацион ҡараш өсөн" номинацияһында Башҡортостан кооператив техникумы студенттары еңде.

       Шулай уҡ икенсе һәм өсөнсө урын яулаған конкурсанттар ҙа аталды. Барыһына ла ҡала хакимиәте грамоталары һәм иҫтәлекле приздар тапшырылды.