Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

2009 йылда мәктәпте тамамлаусыларҙың 70 проценты бюджет урындарына инә аласаҡ

Йәмғиәт

Республиканың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары иҫәбе уҙған йыл кимәлендә һаҡланасаҡ. Әгәр 90-сы йылдарҙа демографияның түбән тәгәрәүен иҫәпкә алғанда, имтихандарын уңышлы тапшырып, бюджет урындарына эләгә аласаҡ мәктәп тамамлаусылар һаны арта. Йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышында БР мәғариф министры урынбаҫары Елена Козлова әйтеүенсә, былтыр 35 мең бала 11-се синыфты тамамлаһа, быйыл улар 30 меңгә тиклем кәмене.

— Беҙҙең күҙаллауҙар буйынса балаларҙың 70 проценты юғары, урта һәм башланғыс белем биреүҙең бюджет урындарына уҡырға инә ала, — тип билдәләне Елена Викторовна.

Шулай ҙа ҡайһы бер үҙгәрештәр буласаҡ.

— Федераль үҙәк талап ителмәгән гуманитар специальностарҙан бюджет урындарын хәҙерге иҡтисади шарттарҙа актуаль булған йүнәлештәр буйынса ҡайтанан бүләсәк, — тине мәғариф министры урынбаҫары. — Аналитиктарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, эш биреүселәрҙә айырым һорау менән файҙаланған һөнәрҙәргә мәғлүмәт технологиялары, энергетика, транспорт специальностары, сервис инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть