9 декабрь, Йома

18 март 2009 йыл, 15:32

Башҡорт дәүләт филармонияһында - Райман Ишбаевтың хәтер кисәһе

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Райман Ишбаевтың хәтер кисәһе 19 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Орган залында үткәрелә. Унда артистың элекке коллегалары һәм дуҫтары — Азат Айытҡолов, Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Әлфиә Юлсурина, Гүзәл Мамина, Сәйҙә Ильясова, Филүс Ҡалмурзин һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.

Райман Ишбаев башҡорт халыҡ башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе булды. Быйыл уға 50 йәш тулыр ине. Йырсының репертуарында 100-ҙән ашыу йыр иҫәпләнде, улар араһында юғары вокаль оҫталыҡ талап иткән башҡорт халыҡ йырҙары айырым урын биләне. Райман Ишбаев башҡарыуында "Буранбай", "Урал", "Илсе Ғайса", "Эскадрон", "Сибай", "Тәфтиләү" кеүек йырҙар тамашасыларҙың хәтерендә уйылып ҡалған.

Райман Ишбаевтың хәтер кисәһенән төшкән аҡса артистың ғаиләһенә тапшырыласаҡ.

темалар: хәтер кисәһе