9 декабрь, Йома

18 март 2009 йыл, 15:21

Өфөлә Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрелә

автор: Марина Шумилова

20 мартта Өфөлә, Конгресс-холда, Башҡортостан Совет автономияһы төҙөлөүҙең 90 йыллығына арналған "Рәсәй федерализмы тарихында һәм сәйәси практикаһында милли-дәүләт берләшмәләре" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Уны ойоштороусылар — БР Президенты Хакимиәте һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы. Ғилми форумда федераль һәм төбәк дәүләт власы һәм идаралыҡ органдары вәкилдәре, ғалимдар, йәмәғәт берләшмәләре активистары ҡатнашасаҡ.

Пленар һәм секция ултырыштарында конференцияла ҡатнашыусылар Рәсәйҙең күп милләтле Евразия державаһы булараҡ аяҡҡа баҫыуында милли-дәүләт берләшмәләренең әһәмиәтен, хәҙерге заман федерализмы тарихын һәм хоҡуҡи нигеҙҙәрен, Үҙәк һәм Федерация субъекттары араһында бюджет-ара федерализм һәм социаль яуаплылыҡты сикләү проблемаларын, сәйәси системаны ойоштороуҙың федералистик принциптарын үҫтереүҙә күп милләтле Рәсәй халҡының этно-мәҙәни ҡиммәттәре ролен һәм был теманың башҡа бик күп аспекттарын тикшерәсәк.

Конференция сиктәрендә "Рәсәй Федерацияһында милли-дәүләт берләшмәләренең үҫеш тарихы", "Рәсәй Федерацияһында хәҙерге заман федератив мөнәсәбәттәр практикаһы", "Рәсәй федерализмының аяҡҡа баҫыуында һәм үҫешендә граждандар йәмғиәте институттарының роле" темаларына түңәрәк өҫтәлдәр үткәреләсәк.