Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Тәбиғи парктар һаны артасаҡ

Йәмғиәт

Республикала тиҙҙән ике яңы тәбиғи парк барлыҡҡа килергә тейеш. Улар өсөн территориялар билдәләнгән дә инде.

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат секретары Гөлназ Әлмөхәмәтова хәбәр итеүенсә, яңы айырым һаҡланған тәбиғи биләмәләр ойоштороу республиканың өс районына ҡағыласаҡ. "Асылы-Күл" паркы — Дәүләкән районы, ә "Ирәмәл" Белорет һәм Учалы райондары биләмәләрендә урынлашасаҡ, тип планлаштырыла.

Хәҙерге ваҡытта Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының айырым һаҡланған тәбиғи биләмәләр менән эшләү бүлеге халыҡтан һәм йәмәғәт ойошмаларынан тәҡдимдәр ҡабул итә. 30 көн буйына теләүселәр буласаҡ парктарҙы ойоштороуға ҡарата үҙ теләктәрен әйтә ала. Тәҡдимдәр түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450006, Өфө, Ленин урамы, 86, йәки mprrb@ufanet.ru электрон адресы буйынса.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть