7 декабрь, Шаршамбы

18 март 2009 йыл, 15:13

Раил Сарбаев республика профактивы менән осрашты

автор: Марина Шумилова

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Өфөләге Профсоюздар йортонда республика профактивы менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостандағы социаль-иҡтисади хәлгә, эшһеҙлек проблемаларын хәл итеүгә, көрсөккә ҡаршы сараларға ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде.

БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов хәҙерге көрсөк хәлендә республика йәмәғәт ойошмаһы менән бындай тура диалогтың айырыуса мөһим булыуын билдәләне.

Республиканың 2008 йылдағы иҡтисади үҫешенә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһап, Раил Сарбаев донъя иҡтисади көрсөк эҙемтәләре тыуҙырған проблемаларға иғтибар йүнәлтте. Бөгөн төп бурыс — хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште контролдә тотоу. Премьер-министр, көрсөк шарттарында республикала ситтән килеүселәрҙең хеҙмәтен файҙаланыу иҡтисади яҡтан дөрөҫ түгел, хәл миграция квоталарын кәметеүҙе талап итә — быйыл 29 меңгә тиклем, тип билдәләне.

Хөкүмәт башлығы агросәнәғәт комплексына артабан да дәүләт ярҙамы күрһәтеү кәрәклеген айырып билдәләне — былтыр ғына был ярҙам 1,5 тапҡырға арттырылып, һигеҙ миллиард һум самаһы тәшкил иткән.

Раил Сарбаев, һәр сәйәсәттең һәм эштең өҫтөнлөгө булып кеше торорға тейеш, тине. Президент Хөкүмәт алдына ошондай бурыс ҡуя.

— Һәр районда мәғлүмәттәр банкыһы булдырырға кәрәк. Унда имен булмаған ғаиләләр, ауыр хәлгә тарыған ғаиләләр айырып билдәләнергә тейеш. Етәкселеккә ҡайҙа һәм ҡасан ниндәй ярҙам күрһәтелергә тейешлеген белергә кәрәк, — тине Премьер-министр.

Әңгәмә барышында Хөкүмәт башлығы торлаҡ проблемаһына, торлаҡ алыу мөмкинлеген тәьмин итерлек сараларға айырым туҡталды. Шулай уҡ халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлау, республика һаулыҡ һаҡлау объекттарына ярҙам күрһәтеү, уҡытыусыларҙың эш хаҡы кеүек мәсьәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Тармаҡ профсоюздарының республика комитеттары рәйестәре Премьер-министрға әлеге хәлдә хеҙмәтсәндәрҙең социаль хоҡуҡтарын күҙәтеүгә ҡағылышлы байтаҡ һорауҙар бирҙе. Уларҙың күбеһен Премьер-министр иғтибарға алды.