Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Хәрәкәттә ҡатнашыусылар бер-береһенә ихтирамлы булырға тейеш

Йәмғиәт

БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы бер-береһен ихтирам итергә саҡырып, мөрәжәғәт ҡабул итте.

"Ләлә-Тюльпан" мәсетенең йыйылыштар залында үткән Йәмәғәтселек советы ултырышында ҡабул ителгән документта шулай тиелә:

"Беҙ бөтә автомобилистарға, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Бер-береңә ихтирам водителдәр һәм йәйәүлеләр араһында мөнәсәбәттең нигеҙе булырға тейеш. Беҙ бөтә йәйәүлеләрҙе юлдарҙа үҙ яҡланғанлығығыҙға иғтибар бирергә саҡырабыҙ. Үҙ хоҡуҡтарығыҙ ғына түгел, бурыстарығыҙ тураһында ла иҫтә тоторға. Белегеҙ, эргәгеҙҙә һәр ваҡыт һеҙҙең тәртибегеҙҙе ҡабатлаясаҡ бала тороуы ихтимал бит".

Йәмәғәтселек советы ағзалары ата-әсәләргә үҙ балаларының именлеген хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа һәм автомобилдәрҙә балалар өсөн ҡулайламалар файҙаланырға үтенеп мөрәжәғәт итә. Йәмәғәтселек фекере лидерҙарынан, республикала танылған кешеләрҙән Совет ағзалары юлдарҙа үрнәк булырлыҡ тәртип өлгөһө күрһәтеүҙәрен үтенә.

Документта, былтыр Башҡортостан автомобиль юлдарында ике миллион ҡағиҙә боҙоу теркәлде һәм республика халҡының яртыһы тиерлек административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, тип билдәләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть