4 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2009 йыл, 15:09

Яңы етәксе тәғәйенләнде

«Башинформ»

Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы приказы менән Мәрүәрова Светлана Ревмер ҡыҙы 2009 йылдың 16 мартынан Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

* * *

Светлана Мәрүәрова 1964 йылдың 7 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районының Таҫҡаҡлы ауылында тыуған. Юғары белемле — Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылда Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы халыҡ мәғариф бүлеге үҙәкләштерелгән бухгалтерияһында өлкән бухгалтер булып башлай.

1983-1994 йылдарҙа — БАССР Финанс министрлығының баш бухгалтерияһында ревизор-инспектор, өлкән ревизор-инспектор, төп иҡтисадсы, баш бухгалтер-эксперт. 1994 йылдан 1996 йылға тиклем — Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы федераль ҡаҙналығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы баш бухгалтеры. 1996-1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы баш бухгалтеры урынбаҫары. 1998-2005 йылдарҙа Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары, баш бухгалтеры булып эшләй. 2005 йылдан 2007 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының бюджет бүлеге начальнигы урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы бюджетын үтәү бүлеге начальнигы була.

2007 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы финанс министры урынбаҫары булып эшләгән.