10 декабрь, Шәмбе

17 март 2009 йыл, 17:30

Законһыҙ сауҙа алып барыусы сит ил граждандары ҡыуыласаҡ

автор: Елена Макушина

Үзбәкстандың өс һәм Тажикстандың бер гражданы Рәсәйҙән ҡыуып ҡайтарыласаҡ. Өфөнөң Октябрь район суды Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан бирелгән административ материалдар нигеҙендә ошондай ҡарар сығарҙы.

Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Венера Вәлиева хәбәр итеүенсә, сит ил граждандары "2009 йылға Рәсәй Федерацияһы территорияһында ваҡлап һатыу сауҙа һәм спорт өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған хужалыҡ итеүсе субъекттар тарафынан файҙаланылған сит ил хеҙмәткәрҙәре өлөшөн билдәләү тураһында" Хөкүмәт ҡарары положениеһын һанға һуҡмаған.

Был документҡа ярашлы, мигранттарға магазиндан ситтә, палаткаларҙа һәм баҙарҙарҙа ваҡлап сауҙа итеү тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан, миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре үткәргән тикшереү барышында Өфөлә Үҙәк баҙар районында ер аҫты аша сығыу юлында законһыҙ рәүештә йәшелсә һәм емештәр менән һатыу иткән дүрт мигрант тотолған.

Хәҙерге ваҡытта улар административ ҡыуып сығарылырға тейешле сит ил граждандарын ваҡытлыса тотоу үҙәгенә урынлаштырылған.