Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Канада менән Башҡортостандың хеҙмәттәшлек йүнәлештәре билдәләнде

Иҡтисад

Канаданың Рәсәйҙәге Илселеге вәкилдәренең БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы етәкселеге менән осрашыуында Башҡортостан-Канада иҡтисади бәйләнештәрен уңышлы үҫтерерлек өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде.

— Беҙҙең сәфәрҙең маҡсаты — республика менән яҡынданыраҡ танышыу, был төбәк, беҙҙең ил менән хеҙмәттәшлек планында уның потенциалы хаҡында күберәк белеү, — тине Миллар әфәнде. — Канаданың бер нисә компанияһы Башҡортостан предприятиелары менән эшләй. Беҙ илдәр араһындағы бәйләнештәрҙе артабан үҫтерергә теләйбеҙ, ә бының өсөн үҙ-ара мәнфәғәттәр спектрын киңәйтеү буйынса мөмкинлектәрҙе ҡарарға кәрәк.

Алдан үткәрелгән анализ һәм әлеге осрашыу һөҙөмтәләре нигеҙендә ҡунаҡтар бер нисә ҡыҙыҡлы һәм перспективалы йүнәлеш билдәләне. Беренсенән, Башҡортостан нефть-газ сәнәғәте предприятиелары һәм руда табыу компаниялары өсөн ҡорамалдар ебәреүҙе ойошторорға мөмкин. Икенсенән, агросәнәғәт йүнәлешендә хеҙмәттәшлек яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Атап әйткәндә, республикаға ауыл хужалығы машиналары ебәреү һәм малсылыҡты үҫтереү буйынса бергәләп эшләү мөмкинлеге бар. Өсөнсө йүнәлеш — аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө.

БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин был йүнәлештәрҙең һәр береһендә туҡталды һәм республика иҡтисады талаптары һәм ҙур инвестиция проекттарын дәүләт яҡлауы тураһында һөйләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть