5 декабрь, Дүшәмбе

17 март 2009 йыл, 17:26

Мортаза Рәхимов Николай Красниковты һәм уның тренерын ҡотланы

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса донъя чемпионы Николай Красниковҡа һәм уның тренеры Рәйес Мостафинға ҡотлау телеграммалары ебәрҙе. Телеграммаларҙа шулай тиелә:

"Хөрмәтле Николай Олегович!

Боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса донъя чемпионатында еңеүегеҙ менән Һеҙҙе ҡайнар ҡотлайым!

Оҫталыҡ һәм еңеүгә ынтылышығыҙ, фиҙаҡәрлек һәм патриотизмығыҙ арҡаһында Һеҙ юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, шәхси беренселектә биш тапҡыр чемпион булыуға ирештегеҙ!

Беҙ Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм спортсы- мотоуҙышсыларыбыҙҙың данлы традициялары киләһе йылдарҙа ла дауам иттерелер, тип ышанабыҙ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, юғары спорт идеалдары хаҡына һәм Башҡортостанды данлап яңы еңеүҙәр теләйем!

Хөрмәтле Рәйес Петрович!

Тәрбиәләнеүсегеҙҙең боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса 2009 йылғы донъя чемпионаттарында һоҡланғыс еңеүе менән ихлас ҡотлайым!

Башлыса Һеҙҙең профессионализмығыҙ, уҡыу-күнекмә һәм тәрбиә процесын һөҙөмтәле ойоштора белеүегеҙ арҡаһында Николай Красников донъя мотоспорт тарихына сағыу биттәр яҙып ҡалдырған Ғабдрахман Ҡадиров һәм Борис Самородов кеүек мәшһүр оҫталарҙың лайыҡлы вариҫы булыуын сираттағы тапҡыр бөтә донъяға иҫбатланы. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, яңы еңеүҙәр һәм артабанғы уңыштар теләйем!

Ихтирам менән, Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".